0%

Ураҡ(хикәйә). Р.Сабитов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ураҡ (хикәйә )
автор Р.Сабитов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ураҡ


 Игендәр өлгөрҙө. Ураҡтың ҡыҙыу осоро килеп тә етте. Яланда һәр ерҙә эш ҡайнай. Комбайндар таңдан ҡараңғы төшкәнсе геүләйҙәр. Улар бер туҡтауһыҙ иген һуғалар. Йөк машиналары улар менән йәнәшә йөрөп, игенде тейәп алалар. Бөтә кеше арыу-талыуҙы белмәй тырыша. Көндәр аяҙ тора. Һәр кем ошондай көндәрҙә игенде тиҙ генә йыйып алырға ашыға.
Нәҙек кенә иген ҡамылдарының ошондай тос орлоҡтарҙы күтәрә алыуына ғәжәпләнеп:
— Һеҙ, нәҙекәйҙәр, нисек сыҙайһығыҙ? — тип һорайһың. Ә улар:
— Берҙәмлектә — көс, — тип яуап бирәләр.

 


1988 йыл